Шоу "Салям". Студия ҡунағы - Рәшиҙә Мәһәҙиева
«Батырҙар эҙһеҙ юғалмай». «Ватандаш» журналы редакцияһы Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү буйынса акция ойоштора. Әгәр ҙә һеҙ олатайығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, был әңгәмә һеҙҙең өсөн. Барыһы тураһында ентекләп “Ватандаш” журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева менән барлайбыҙ.